Мероприятия

Тик изге күңелле кеше генә ирекмән була ала


Бөгөн һәр хеҙмәт тиерлек түләүле. Оло кешегә утын ярып биреү, ҡар көрәү кеүек эштәр өсөн дә хаҡ һорайҙар. Бер ниндәй хеҙмәт хаҡына өмөт итмәйенсә, ярҙамлашыусылар ҙа юҡ түгел. Тап шундай кешеләрҙе ирекмән тип атайҙар ҙа инде.

Пандемия осоронда ирекмәндәр эшмәкәрлеге айырыуса киңәйҙе. Бик күптәр үҙҡурсалауҙа ултырырға мәжбүр булған ололарға, бәләгә тарыған кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Улар араһында йәштәрҙең бихисап булыуы асыҡланды.

Ташбулат мәктәбенең йәш ирекмәндәре лә әленән үк ярҙамсыл, оло йөрәкле, битараф булмауҙары менән һоҡландыра.

Эшһеҙлектән ирекмән булып китәләр, тиеүселәр яңылыша. Киреһенсә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусылар был сафтарҙы тулыландыра. Әйткәндәй, ирекмәнлеккә тотош көнөңдө бағышларға тимәгән. Мәҫәлән, Таҙалыҡ көнө"нә арналған экологик акцияла мәктәп ирекмәндәре ни бары бер сәғәт ваҡытын сарыф итте, һәм, күмәкләшеп парк, мәктәп тирәләй биләмәне ялтыратып ҡуйҙы.

Уларҙың көсө менән биш килограмм (!) самаһы туңдырма, чипсы, кәнфит, һут ҡаптары, буш пластик шешә һәм башҡа ҡағыҙ сүп-сар йыйылды.

Ҡыҫҡаһы, быйылғы уҡыу йылында ойоштороласаҡ изге эштәр, сараларҙа ҡатнашыуға старт алынды. Беҙҙең сафтарға ҡушылырға теләүселәр булһа, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ!

Бөгөн - ҡулсатыр көнө!
Кемдә нимә — беҙҙә ретро-кисә!
Всемирный день животных
Путь к успеху вместе с ГТО
Балаларға - янғын хәүефһеҙлеге тураһында
Экосуббота

11.09.2021, 11.09.2021

Экосуббота

115020