1. Жизнь школы
  2. Мероприятия
  3. Кемдә нимә — беҙҙә ретро-кисә!

Кемдә нимә — беҙҙә ретро-кисә!

05.10.2021 Просмотров: 36
Элек туңдырма татлыраҡ, ә колбаса тәмлерәк, хатта үлән дә йәшелерәк ине, тиҙәр. Уҙған ваҡытты кире ҡайтарып булмай, шулай ҙа үткән дәүерҙе күңелле хәтирәләр менән иҫкә алыу мөмкинлеге бар.

Беҙ ҙә, Уҡытыусылар көнөнә арналған ретро - кисәлә, бер аҙға ғына булһа ла, СССР мәленә ҡайтҡандай булдыҡ.

Ҡыҙыл галстук таҡҡан, пионер тигән данлы исемде йөрөткән сағын кем генә һағынмай икән?!  Пионерҙар ролен 11 класс уҡыусылары башҡарҙы. Әйткәндәй, сценарийҙы уларҙың класс етәксеһе Сәлиха Алмас ҡыҙы Фәйезова ижад иткән.

...Барабан һәм борғо тауышына марш яһап сыҡҡан пионерҙар отряды дружина советы рәйесенә рапорт бирҙе. Артабан һүҙ мәктәп директоры Басир Шаһиморат улы Зәйтүновҡа тапшырылды. Ул бер төркөм педагогтарға район мәғариф бүлегенең һәм мәктәп хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Ә етәксенең иһә, "Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф һәм тәрбиә хеҙмәткәре" юғары наградаһына лайыҡ булыуы һәр педагог һәм уҡыусы һөйөнөслө яңылыҡ булды.

Уҡытыусылар совет фильмдарынан фраза, популяр йырҙар, тауар хаҡтары һәм аббревиатураларҙы иҫкә төшөрҙө. Концерт номерҙары менән үрелеп барған йылы тамаша бер тынала ҡаралды.

Педагогтар үҙҙәренә арнап яҙылған дүрт юллыҡтарҙы уҡып, махсус видеофильмды ҡарап көлөштө, йөрәк түренән сыҡҡан ҡотлауҙарға, бүләк һәм сәскәләргә ҡыуанды.

Байрам "Уҡытыусыларға дан!" стенды янында күмәкләшеп фотоға төшөү менән тамамланды.