1. Ученикам
  2. Новости
  3. День знаний

День знаний

Сентябрь 2, 2020 Просмотров: 44

Йәйге каникулдар күңелдәрҙә бай хәтирәләр ҡалдырып үтеп тә китте, мәктәп беҙҙе бөгөн яңынан үҙ тупһаһына йыйҙы. Уҙған уҡыу йылында 11 –се класты 2 егет ћәм 8 ҡыҙ тамамлаһа, уларға алмашҡа 1 синыфҡа 38 баланы уҡыусы итеп ҡабул иттек.

Уҡыусыларҙы байрам менән ҡотларға Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Д. Д. Таһиров, район Советы депутаты Р. И. Шөғүров, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов саҡырылды.

Беренселәрҙе белем тауҙарына әйҙәүсе тәүге уҡытыусылар – Ғәлиә Дамир ҡыҙы Хужина һәм Фәниә Дәүләт ҡыҙы Ишморатова.

Беренсе ҡыңғырауҙы шылтыратыу хоҡуғы уҡыуҙа тик 5-ле билдәләренә өлгәшкән 11-се класс уҡыусылары Ялалова Алина, Яхина Миләүшә, Таһирова Юлиәгә
ћәм 1-се класс уҡыусылары Бараков Нияз,Баракова Нәркәс, Нурғәлин Фәйезгә бирелде.

Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән бергә үрелеп барған тантаналы саранан 1,9,11 синыф уҡыусылары бик ҡәнәғәт булып таралышты