День здоровья -КРОСС
Сентябрь 14, 2020
Просмотров: 39
"Көҙгө кросс - 2020!" Йәш быуынды сыныҡтырыу, спортҡа һөйөү уятыу, уҡыусылар араһында "йүгерек батырҙар"ҙы билдәләү маҡсатында "Һаулыҡ көнө"нә арнап мәктәбебеҙҙә "Көҙгө кросс" үтте. Һәр класс үҙенә билдәләнгән ваҡытҡа ярыш майҙанына ашыҡты. Саф һауала иркенләп аралашыу, билдәле дистанцияға йүгереү буйынса үҙ көсөңдө һынап ҡарау, тиҫтерҙәрең менән уҙышыу балаларға бик оҡшаны.